Иглин халҡын тере музыка әсир итте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡорт тарихы йылында Рәсәй көнө уңайынан районда Симфония төнө ойошторолдо.

Елена Иглина паркындағы оупен эйрҙа Республика халыҡ музыка ҡоралдары оркестры һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының күренекле артистары сығыш яһаны. Симфония төнө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолдо.

Оркестр башҡарыуында күп милләтле Башҡортостанда төпләнгән халыҡтарҙың көй-моңо яңғыраны. Музыканың берләштереүсе көсө тамашасыларҙы хайран итте.

Иглин районы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың тыуған төйәге. Симфония төнө танылған сәнғәт оҫтаһын йәнә бер иҫкә алыу өсөн мөмкинлек бирҙе.

Концерт Иглиндә үтһә лә, асыҡ һауалағы концерттан Өфө тамашасыһы ла ситтә ҡалманы.

Асыҡ һауалағы концерт тамамланыу менән дә тамашасылыр парктан таралашырға ашыҡманы. Симфония төнө тере музыканы тойорға мөмкинлек бирҙе. Халыҡтың сараны бик йылы ҡабул итеүен иҫәпкә алып район хакимиәте уны киләсәкт лә ойошторорға вәғәҙәләне.

Рафиҡ Әхмәтшин