«Был матур байрам интернет һәм баҫма матбуғат, телевидение һәм радио тапшырыуҙары журналистарын, китап нәшер итеүселәрҙе, рәссамдарҙы һәм фотохәбәрселәрҙе берләштерә.
Һеҙ Башҡортостан йылъяҙмаһын алып бараһығыҙ, һәр ваҡыт республика һулышын тойоп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәһегеҙ, йәмғиәтебеҙҙең әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыуға өлөш индерәһегеҙ. Башҡортостан күләмле-медиа сараларының телдәр палитраһы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Улар башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари һәм удмурт телдәрендә уңышлы эшләй. Беҙҙең журналистарҙың ижады юғары кимәлдә баһалана, Рәсәй кимәлендә үткән төрлө конкурс-фестивалдәрҙә еңеү яулай.
Журналистика ветерандарына республика киң мәғлүмәт сараларының бай традицияларын дауам иттергәндәре өсөн оло рәхмәтемде белдерәм.
Барлыҡ журналист йәмәғәтселегенә емешле эш һәм яңы ижади үрҙәр теләйем», – тиелә Башҡортостан башлығының республика матбуғаты көнө уңайынан ҡотлауында.