Бөгөн – Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Ғәҙәттәгесә, төбәк журналистарын берләштергән сара Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Республика киң мәғлүмәт саралары бөгөн телевидение, радио, гәзит-журналдар, Интернет баҫмаларындә эшләгән журналистарҙы берләштерә.

Байрам уңайынан улар киң мәғлүмәт сараларында булған көнүҙәк мәсьәләләр менән уртаҡлашып, һөнәри үҫеш юлдары буйынса фекер алышты.

Журналистар Башҡортостан милли матбуғат көнөнә махсус баҫма әҙерләне. Республика гәзит-журналдары тураһында тупланған ҡыҫҡаса мәғлүмәт уҡыусыларға еткерелде. Журналистар ҡурайҙа уйнап махсус баҫманы баш ҡала транспорт сараларында таратты.

Флорида Ким