Ярыш өсөн Рубежная урамында йәш һөнәрмәндәр паркы төҙөлә. Әле биналарҙың каркасы әҙер. Бында ҡыйығы ябылған 20 ҡоролма булырға тейеш. «Йәш һөнәрмәндәр» 9-сы милли чемпионатының финалы 21-25 июлдә уҙа.
Унда 105 һөнәри йүнәлеш буйынса 1800 кеше ҡатнаша. Милли чемпионат финалын уҙғарыу маҡсатында Башҡортостан 3 мең берәмектән ашыу төрлө эш ҡоралы һатып ала. Ярыштан һуң уларҙы уҡыу йорттары ҡарамағына тапшырыу ҡарала.
Рафиҡ Әхмәтшин