Дүрт аяҡлы пациенттар өсөн яңы мөмкинлектәр

Өфөнөң Дим биҫтәһендә төҙөкләндерелгәндән һуң дәүләт ветеринар клиникаһының бүлексәһе асылды. Бинаның тышҡы күренеше генә түгел, эстәлеге лә заман талаптары буйынса камиллаштырылды. Яңы дауалау ҡорамалдары һатып алынды.

Дим биҫтәһендәге мал табиптары хәҙер операцияларҙы махсус йыһазландырылған яңы бүлмәлә уҙғара. Клиникала ультра тауыш тикшереү ҡоролмаһы ҡуйылды.

Рафиҡ Әхмәтшин