Бәләбәй ихаталары яңы һулыш кисерә

Ҡаланың Ленин урамындағы күп ҡатлы йорттар яны «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә.

Ленин урамындағы күп ҡатлы йорттар 60-сы йылдар аҙағында һалына. Уларҙың берәүһе Болгариянан «Автонормаль» заводын төҙөргә килгән эшселәр өсөн иҫәпләнгән була. Улар ҡайтып киткәс фатирҙар урындағы кешеләргә бүленә.

Бәләбәй ҡала хакимиәте етәкселәре әйтеүенсә, был биләмәлә ремонт эштәре күптән үткәрелгәне булмай. «Башҡортостан ихаталары» программаһы ғына майҙанды төҙөкләндереү мөмкинлеге бирә.

Әлегә ремонт эштәренең тәүге этабы ғына тамамланған. Артабан уйын, спорт ҡаласыҡтары, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу бурысы тора. Проект фатир хужаларының фекерен иҫәпкә алып эшләнгән.

Рәмзиә Кәримова