Өфө дәүләт авиация техник университеты планетаның иң яҡшы уҡыу йорттары глобаль рейтингына инде

Был исемлекте Британияның «Кью Эс» компанияһы төҙөй. Башҡортостандың уҡыу йорто донъяның 1300 алдынғы вуздары араһында 701-се баҫҡыста. Рейтингта Рәсәйҙең 48 юғары уҡыу йорто ингән. Улар араһында Өфө дәүләт аваиация техник университеты 25 урында килә.

Баһа алты йүнәлеш буйынса бирелә. Вуздар академик репутация, уҡытыусыларҙың студенттарға ҡарата һаны, эш биреүселәр араһындағы абруйы, сит илдәрҙән килгән студенттар һәм уҡытыусылар һанына ҡарап баһалана.

Эксперттар беҙҙең тикшеренеү эшмәкәрлеген иғтибарға алған. Был уҡыу йортондағы фәнни компетенцияны дәлилләй. Тимәк, ғалимдарыбыҙ перспективалы һәм һорау менән файҙаланған йүнәлештә эш алып бара.

Вероника Полякова, ӨДАТУ-ның рейтинг эҙләнеүҙәр бүлеге етәксеһе

Айнур Кәбиров