Башҡортостанда йәшәгән француздар өсөн күләмле сара ватандаштары менән осрашыу мөмкинлеге. Баш ҡалала француз телен уҡытҡан Николя Бурдериу әйтеүенсә, ул милләттәштәренә күп милләтле ресубликаның милли-мәҙәни хазиналары хаҡында һөйләргә ниәтләй.
Ике йыл инде тыуған яғынан меңдәрсә километр алыҫлыҡта йәшәгән Франция вәкиленең тәьҫораттары менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Николя Бурдериу хәҙер туған телендә һирәк аралаша, французса дәрестәр алып барғанда йәки телефон аша туғандары менән һөйләшкәндә. Ә көндәлек тормошта русса. Францияның Орлеан ҡалаһында тыуып үҫән егет ике йыл инде Өфөлә йәшәй. Сит ил вәкилен Башҡортостанға мөхәббәт алып килгән.
Франция вәкиле фекеренсә, йәмғиәттә милләт-ара татыулыҡ, толерантлыҡ тигән терминдар йыш ҡулланыла. Әммә уны бар тулылығында тик Башҡортостанда ғына күрергә мөмкин. Шуға күрә лә ул республика хаҡындағы үҙ тәьҫораттарын ватандаштарына еткерергә лә ниәтләй. Үҙәк ағзалары әйтеүенсә, төрлө милләт халыҡтарын бергә туплаған Фольклориада Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош донъя кимәлендәге күләмле сара. Ике меңләп милләт вәкиле ҡатнашлығындағы тамаша иһә Гиннестың рекордтар китабына теркәлер тип көтөлә.
Николя Бурдериу килешеүгә ярашлы, Өфөлә өс йыл белем бирергә тейеш. Әммә ул Францияға ҡайтырға ашыҡмай, хеҙмәттәшлек ваҡытын тағы ла оҙайтыу яҡлы. Башҡортостанда күреп өлгөрмәгән урындар күп әле, ти ул.
Николя Бурдериу Башҡортостанды икенсе тыуған ере лә тип иҫәпләй. Сөнки тап Өфөлә йәш ғаиләнең улы донъяға килгән. Башҡортостандың баш ҡалаһы миңә тормошомдоң иң бәхетле мәлдәрен бүләк итте, ти ул.
Рәмзиә Кәримова