Өфөлә туристар өсөн бушлай автобус йөрөй башланы

Йәй дауамында ул “Башҡорт дәүләт университеты – Ағиҙел яры буйы” маршруты буйынса хәрәкәт итә. Автобус көндөҙгө икенән киске унға тиклем 9 рейс яһай. Транспорт сағыу төҫтәргә буялған, унда велосипед һәм самокат менән дә инергә рөхсәт ителә. Автобус Ағиҙел яры буйлап йөрөй.