Башҡортостандан 69 ойошма Рәсәй президенты грантына эйә булды

Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында үткәрелгән икенсе конкурс һөҙөмтәләре иғлан ителде. Еңеүселәр һаны буйынса беҙҙең республика илдә өсөнсө урында. Был исемлектә коллегаларыбыҙ – Спутник ФМ радиоһының "Уфимская волна" проекты ла бар.