Башҡортостанда бөтә райондар ҙа күп йыллыҡ үлән сабыуға төшкән

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 20 мең тоннанан ашыу бесән һәм 130 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Быйыл һауа шарттарын иҫәпкә алып күп йыллыҡ үләнде сабыу ике аҙнаға иртәрәк башланды. Шишмә хужалыҡтары ла мал аҙығын әҙерләй башланған. Ул йыл ярым ваҡытҡа запас менән һалына. Райондың ауыл хужалығы идаралығы баш агрономы Дамир Ҡотдосов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт