Республика юлдарында уҙған тәүлектә 11 авария теркәлгән

Юл-транспорт ваҡиғаларында ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 18-е – йәрәхәтләнгән. Башҡортостан буйынса Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләкән районында 33 йәшлек водитель боролошта канауға ауған һәм һәләк булған. Саҡмағошта ла үлемесле авария теркәлгән. Пермь крайынан 34 йәшлек водитель ханым машина менән идара итә алмай ситкә ауған. Ваҡиғала оло йәштәге ҡатын һәләк булған, ике пассажир йәрәхәтләнгән.