Иртәгә Владимир Путин Джо Байден менән осраша

Рәсәй һәм Америка Ҡушма Штаттары Президенттары  иртәгә Женевала күрешә. Дәүләт башлыҡтарының беренсе шәхси осрашыуы алдынан Владимир Путин  NBC телеканалына ҙур интервью бирҙе. Унда донъя сәйәсәтенә ҡағылышлы бик күп мәсьәләләр күтәрелә. Джо Байден менән аралашҡандан һуң, Рәсәй президентының матбуғат конференцияһы көтөлә, тип хәбәр итә Кремль сайты.