Республикала пассажирҙар юғары тиҙлекле поездарҙа йөрөй ала

Был турала Транспорт һәм юл хужалығы миинстры Александр Булушев хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әле ошондай поезд Күмертауға йөрөй.  Уның маршрутын Ырымбур өлкәһенә тиклем оҙайтыу планлаштырыла. Өфөнән Приют ҡасабаһына экспресс ойошторола. Ул Шишмә, Дәүләкән һәм Раевка аша үтә. Өсөнсө йүнәлеш Белоретҡа тиклем бара. Ул Инйәр һәм Айғыр станциялары аша була.