«Өфө-Арена « спорткомплексында мәҙәни сараны асыу тантанаһына сәхнә ҡорола башланы. Был майҙанда артистар әҙерләгән бай программалы концерт һәм репетициялар үтәсәк. Фольклориаданы ойоштороусылар теләге буйынса, әлегә тамаша тәртибе сер булып һаҡлана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фольклориада быйыл июлдә Башҡортостанда уҙа. Халыҡ ижадын һаҡлауға йүнәлтелгән фестиваль тәүге тапҡыр Нидерландта 1996 йылда ойошторолған һәм шул осорҙан дүрт йыл һайын үтә.
Флорида Ким