Йылайыр районында йәшәүсе табип Рәшиҙә Бураншина 40 йылдан ашыу һаулыҡ һағында

Пандемия осоронда тәжрибәле белгес бер нисә вазифаны яңғыҙы алып барған. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан Рәшиҙә Ғайса ҡыҙы бөгөн дә хеҙмәтен дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Медицина университетында табип һөнәрен үҙләштереп тыуған яғына ҡайтҡан Рәшиҙә Бураншина диплом алыу менән Йылайыр районындағы туберкулез дауаханаһы баш табибы итеп тәғәйенләнгән. Бөгөн 40 йылдан һуң да Рәшиҙә Ғайса ҡыҙы һөнәренә һәм пациенттарына тоғро ҡалған. Район үҙәге дауаханаһында фтизиатр булып эшләй.

Рәшиҙә Ғайса ҡыҙы район дауаханаһында бер нисә йүнәлештә эш алып бара. Участка терапевты, фтизиатор, ренгент, флюрография һүрәттәрен тикшереүсе һәм терапия бүлеге етәксеһе. Уларҙың барыһын да яратып башҡара.

Пандемия осоронда фтизиатарҙың эше бер нисә тапҡыр артҡан. Пациенттың үпкәләре зыян күргәндә тәжрибәле белгес ренгент үткәргәнгә тиклем диагноз ҡуйып дауалау юлдарын билдәләгән. Бөтә осраҡтарҙа ла һөнәри оҫталығы, тәжрибәһе булышлыҡ иткән.

Рәшиҙә Ғайса ҡыҙының балалары ла табип һөнәрен үҙләштереп дауаханала эшләй. Ханым улар менән дә үҙ тәжрибәһен ихлас уртаҡлаша, кәңәштәрен бирә. Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлап эшләү һәм йәшәү уның булмышы.

Флорида Ким