Рәдиф Аҡсурин Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогын яуланы!

Your browser doesn't support HTML5 video.

Баш ҡалала ойошторолған милли көрәш буйынса ярыш республиканың иң көслө батырҙарын бер келәмгә йыйҙы. Бил һынашҡан спортсылар араһында донъя чемпиондары ла булды.

Был алыштың күңелһеҙ тамамланыу ихтималлығы көслө ине, бәхеткә күрә йәрәхәтләнеүселәр теркәлмәне. Өфөнән Рөстәм Исламов үҙенең сираттағы ярышына етди әҙерләнгән. Әммә еүеш келәм уға тәжрибәле дәғүәсеһе менән типә-тиң көрәшергә мөмкинлек бирмәне.

Быйыл да баш ҡала хакимиәте башлығы кубогына ойошторолған ярыш көрәшселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Төбәктәрҙә һабантуйҙар уҙғарылыуға ҡарамаҫтан күптәре Өфөләге турнирҙа ҡатнашыуҙы хуп күрҙе.

Үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә шулай уҡ Илфаҡ Ибәтуллин, Артур Зөлҡәрнәев, Айгиз Зәйнетдинов һәм башҡа спортсылар еңеү яуланы. Абсолют чемпион исеменә Рәдиф Аҡсурин лайыҡ булды.

Илдар Байбулатов