Блогерҙар телевидение хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы

Your browser doesn't support HTML5 video.

БСТ йыйылма командаһы «Параголов» ютюб каналы хеҙмәткәрҙәре менән футбол уйнаны. Матч «Нефтсе» стадионында үтте. Коллективтар бер айҙан ашыу күнекмәләр уҙғарып, уйынға әҙерләнде.

Күнекмәләр бер ай дауамында республиканың төп стадионында барҙы. «Өфө» футбол клубы майҙанда уйын үткәрергә генә түгел, көйәрмәндәргә матчҡа инергә лә рөхсәт бирҙе. Башҡортостан юлдаш телеканалы хеҙмәткәрҙәре ҙур футболда үҙҙәрен тәүге тапҡыр һынай. Шуға ла аҙнаһына ике тапҡыр күнекмә үткәреп, физик әҙерлек кимәлен күтәреү маҡсаты ҡуйылды.

Дәғүәсе команда иһә ҡасандыр футбол менән ныҡлап шөғөлләнгән егеттерҙән ойошҡан. Шуға ҡарамаҫтан уйын, башында майҙанда БСТ футболсылары етеҙерәк күренде.

Уйын уртаһына «Параголов» блогерҙарының физик әҙерлек кимәле үҙен күрһәтте. Беренсе тайм аҙағына улар беҙҙең ҡапҡаға яуапһыҙ өс гол индереүгә өлгәште. Икенсе таймда БСТ футболсылары пенальтиҙы уңышлы башҡарҙы. 90 минутлыҡ уйын һөҙөмтәһе буйынса иҫәп блогерҙар файҙаһына 4-кә 1

Уйын һуңында футболсыларҙы татлы бүләк менән һыйланды. Әммә матчтың дауамы ла буласаҡ. Командалар реванш көтә.

Рафиҡ Әхмәтшин