Баш ҡалала сапборд спорты үҫешә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфө тирәләй сапбордарҙа. Һуңғы ваҡытта баш ҡала йылғаларында таҡталағы серфинг киң билдәлек яулай бара. Йылдам үҫешеүсе спорт төрө йәшен дә, олоһон да үҙенә йәлеп итә. Сапты бер тапҡыр үҙләштергән кешегә диңгеҙгә барыу ҙа кәрәкмәй, сөнки республиканың йылға-күлдәрендә лә әүҙем ял ойошторорға мөмкин. Теманың дауамы киләһе репортажда.

Һыуға төшөр алдынан һәр кем етди инструктаж үтә. Үҙеңде нисек тоторға, ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, күпме дистанция һәм интервал тоторға? Әлегә был кешеләр бер тапҡыр ҙа сапборда йөҙөп ҡарамаған. Әммә 10-15 минут та үтмәй улар үҙҙәрен һыуҙағы балыҡ кеүек тоя.

Спорттың был төрө республикала һуңғы йылдарҙа ғына үҫешә башлаған. Был тәү сиратта йөҙөү сараларын ҡуртымға биреүсе ойошма менән бәйле. Әүҙем ял ойоштороусы йүнселдәр әлегә тиклем беҙҙең халыҡҡа ят булған хеҙмәт тәҡдим итә. Әммә был башланғыс кешеләрҙә шунда уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Ике сәғәткә һуҙылған ял барышында кешеләр Ағиҙел йылғаһының күркәм урындары һәм һыуға батҡан суднолар менән таныша ала. Ә был ваҡытта физик күнегеүҙәр кешенең организмын нығыта һәм сәләмәтләндерә.

Пандемия менән бәйле күп кенә илдәрҙә сикләүҙәр ҡабул ителгәс, туристар башлыса Рәсәйҙә ял итеүҙе хуп күрә. Хәйер, Башҡортостанда ла онотолмаҫлыҡ сәйәхәт ойоштороу урындары етерлек. Әммә уларҙы күрә белергә һәм ял өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға кәрәк.

Илдар Байбулатов