Башҡортостанда 14 йәшкә тиклемге балалар араһында коронавирус артҡан

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, хәл киҫкенләшә, шуға күрә ошо кесаҙна уҡ мәкерле сиргә ҡаршы көрәш, хәүефһеҙлек талаптарын көсәйтеү буйынса оператив штаб уҙғарыласаҡ. Әлбиттә, яҡшы яңылыҡтар ҙа бар.

Мәҫәлән, йыл башынан республикала эшҡыуарҙар иҫәбе, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадһына еңеүселәр артҡан. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Тәүлегенә 14 меңгә яҡын коронавирус йоҡтороу осрағы. Статистика мәғлүмәттәре һуңғы көндәрҙә Рәсәйҙә мәкерле сирҙең тағы ла ҡотора башлауын иҫбатлай. Радий Хәбиров әйтеүенсә, алда Башҡортстанды халыҡ-ара кимәлдәге күләмле саралар көтә. «Ворлд скилс» чемпионаты, Фольклориада, спорт көрәше буйынса донъя беренселеге. Сирҙең таралыуына юл ҡуймау мотлаҡ, кесаҙна оператив штабҡа йыйылабыҙ, тине Республика башлығы.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 92 кешелә коронавирус асыҡланған, башлыса 30-ҙан 55 йәшкә тиклемгеләр. Сирҙең 14 йәшкә тиклемге балалар араһында артыуы ла күҙәтелә. Максим Забелин билдәләүенсә, дауаханаға эләккәндәрҙең 95 проценты вакцинация үтмәгән. Әле республикала прививканы 326 мең кеше яһатҡан.

Башҡортостанда эшҡыуарҙар һаны ла артҡан. Коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, республикала йыл башынан 3 мең 615 кеше үҙ эшен башлаған. Был үҙ сиратында урта һәм бәләкәй бизнестан ингән һалым күләмен дә 2 миллиард 100 мең һумға тиклем еткергән. Килем үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 24 процентҡа күберәк.

Тағы ла бер ыңғай яңылыҡ – белем биреү системаһы менән бәйле. Мәғариф министры белдереүенсә, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһындағы ҡаҙаныштары арта. Элек йышыраҡ призерҙар сафында булһаҡ, хәҙер еңеүселәр исемлегенә эләгәбеҙ. Был «Аврора» талалантар үҫтереү үҙәген асыу менән бәйле, тине Айбулат Хажин. Радий Хәбиров ҡайһы бер райондарҙа уҡыусылар менән эштең һүлпән алып барылыуын билдәләне һәм әүҙемлекте көсәйтеү бурысын ҡуйҙы.

Йәйге ял миҙгеленә килгәндә, республикала әле рәсми рәүештә 71 һыу инеү урыны асылған. Яҡын арала тағы ла 50-гә яҡын биләмәне сафҡа индереү ҡаралған. Белгестәр әйтеүенсә, быйыл һыуға батып үлеүселәр үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда әҙерәк. Әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай, бәлә-ҡазаға тарымау өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү шарт.

Рәмзиә Кәримова