Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йәштәр сәйәсәтенә бәйле закон проекты ҡарала. Уға ярашлы, 14 йәштән 35 йәшкәсә кешеләр йәштәр төркөмөнә индерелә. Шулай итеп, йәштәр 344 меңгә арта һәм 1 миллион 100 мең була. Быға тиклем йәштәр төркөмөнә 30 йәшкә тиклемгеләр индерелде. Законға үҙгәреш күберәк кешеләргә социаль ташлама менән файҙалана алыу мөмкинлеге бирә.