Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә шулай тип яҙа. 21 июндән хаҡлы ялдағылар һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн туристик сертификат бирелә башлай. Быйыл уңың менән 905 кеше файҙалана ала. Бының өсөн бюджеттан яҡынса 8 миллион һум бүленгән. “Эксперт советы республиканың иң матур урындары – Әбйәлил, Мәсетле, Ғафури һәм башҡа райондар буйлап 186 социаль тур һайлап алды”, - тип яҙа Республика Башлығы.