Женевала ике яҡлы саммит үтә. Ул ярты сәғәттән башлана. Дәүләт лидерҙарының һөйләшеүе 4-5 сәғәт дауам итә. Был турала Рәсәй етәксеһенең матбуғат секретары Дмитрий Песков белдерҙе. Президенттар Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәре, климаттың үҙгәреүе, кибер енәйәт, коронавирус һәм төбәк конфликттары хаҡында фекер алыша. Осрашыу һөҙөмтәһендә документтарға ҡул ҡуйыу ҡаралмай.