Республикала һуңғы тәүлектә коронавирустан 3 кешенең ғүмере өҙөлгән

Пандемия башланғандан алып, 549 кеше үлгән. Вирус йоҡтороусылар 95-кә артҡан. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Стационарҙа 188 кеше дауалана, уларҙың 27-һе ауыр хәлдә. Вирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да 331 меңдән ашыу кеше яһатҡан. Башҡортостанда 170 урында, шул иҫәптән мобиль пункттарға прививка яһатырға була. Ковидҡа бәйле һорауҙарға Ситуация үҙәге белгестәре яуап бирә. Бәйләнеш телефоны: 218-19-19. Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.