Оло шәхес Башҡортостан символына әйләнде. Республикаға ер, һыу, һауа юлдары менән килгән һәр кемде тап Салауат Юлаев һәйкәле ҡаршы алыуы тәрән мәғәнәгә эйә. Халыҡты ғәҙеллек өсөн көрәшкә күтәргән герой исеме милләт-ара татыулыҡ, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү өлгөһө булып ҡала. Республикала Салауат Юлаев исемен йөрөткән предприятие һәм хужалыҡтар байтаҡ. Башҡортостандың хоккей клубы ла батыр исеме менән аталған. “Беҙҙе батыр рухы еңеүгә дәртләндерә”, - ти Салауат Юлаев хоккей командаһы капитаны Григорий Панин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт