2017 йылда Иглин районы Блохин ауылына ҡараған биләмә өлөшләтә «ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә» тип үҙгәртелә. Һөҙөмтәлә яңы ғына күтәрелгән тиҫтәләп йорт ошо статус аҫтына индерелә.
Бүленгән башҡа буш участкаларҙа иһә төҙөлөш алып барыу тыйылған. Генераль планға индерелгән төҙәтмәләрҙән зыян күреүселәр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Лариса Карунас менән Артем Никитиндар баҡсалағы тәүге уңышҡа һөйөнә. Еләкте күнәкләп йыйырға мөмкин. Йәшелсәләре лә тиҙҙән өлгөрөргә тейеш. Ун йыл элек шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн һатып алынған участкала хәҙер ғаилә сәсеү эштәрен генә башҡара ала. Ерҙең тәғәйенләнеше «ауыл хужалығы өсөн» тип үҙгәртелгән. Ун биш сутый биләмәлә мунсаға ғына нигеҙ һалына, ике бала ата-әсәһе йорт төҙөлөшөнә баҙнат итмәй, рөхсәт юҡ. Төҙөгән осраҡта ла торлаҡ һүтелеүе ихтимал тип хәүефләнә.
Йөҙҙән ашыу участка, һигеҙ урам. 2008 йылдан алып ҡына Иглин районында тотош бер ауыл барлыҡҡа килгән. Тик биш йыл элек биләмә ауыл хужалығы культураларын үҫтереү өсөн генә яраҡлы тип билдәләнә. Йәғни, бында төҙөлөш эштәрен башҡарырға ярамай, сәсергә генә мөмкин.
Блохин ауылы янындағы биләмә баштан уҡ баҫыу эштәренә тәғәйенләнгән булған. Һуңынан ерҙең категорияһы үҙгәртелеп, төҙөлөш компанияһы ҡарамағына тапшырыла. Һуңғыһы бәләкәй участкалар менән сауҙа башлай. Биләмәлә бер-бер артлы ҡалҡҡан яңы йорттар ауыл составына индерелә. Адрестар ҙа беркетелә. Кем өлгөргән, шул төҙөгән, милеккә документтарын да теүәлләгән. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, 2017 йылға тиклем яңы биҫтә киләсәге өмөтлө тип күҙалланған.
Яңы төҙөлгән урамдар «Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге» категорияһын алғас та, проблемалар башлана. Биләмәне хеҙмәтләндереү өсөн бар яуаплылыҡ участка хужалары иңенә төшә.
Аҡбирҙе ауыл биләмәһе етәкселеге билдәләүенсә, халыҡҡа ҡараған ер участкаларын ауыл биләмәһенә күсереүгә ғаризалар ҡабул ителгән. Хәҙер генераль планға төҙәтмәләр индереү буйынса эш алып барыла. Урындағы төҙөлөш компанияһына яҡынса 56 гектар ер ҡарауы билдәле. Ойошма үҙ сиратында яңы урамдарҙы хеҙмәтләндереүгә яуаплылыҡ алып, идарасы компания ролен башҡарасаҡ.
Ерҙе үҙләштергәндә социаль учреждениелар, сиркәү төҙөлөшө лә планлаштырылған. Проект буйынса тәүге тыңлауҙар, халыҡ менән осрашыуҙар 17 июлгә билдәләнгән. Биләмә ауыл составына ингәндән һуң Лариса КарунАс менән Артем Никитиндар ҙа йорт төҙөлөшөн башларға ниәтләй.
Гөлназ Хәйбуллина