Башҡортостан тиҫтәләрсә ил вәкилдәрен коронавирус таралыуға юл ҡуймау өсөн хәүефһеҙлек саралары күреп ҡабул итергә әҙер. Сит ил делегацияларын Башҡортостан буйлап оҙатып йөрөйәсәк тәржемәселәр туплау ҙа тамамлана.
Мифтахетдин Аҡмулла исмендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сит ил сараларында эшләү төжрибәһе булған ирекмәндәр һәм студенттар менән осрашыу үтте. Улар фольклориадаға 100 процентҡа әҙер.
Синхрон тәржемәнән тыш, ирекмәндәр ҡунаҡтарға уларҙың туған телдәрендә республиканың тарихы һәм мәҙәниәте тураһында һөйләйәсәк, төбәктең иҫтәлекле урындары менән планлаштырасаҡ.
Гөлдәриә Йосопова