Бәләбәй ҡалаһы оло юбилейын билдәләне

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостандың иң боронғо ҡалаларының береһенә 240 йыл. Бәләбәйҙәр тарихи датаны төҙөкләндерелгән «Йырсы шишмәләр» паркы һәм сағыу тантаналар менән ҡаршы ала. Байрам сараларында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла ҡатнашты.

Күлдә һыу, яр ситендә ут фонтандары урғыла. Дәртле музыка аҫтында «Йырсы шишмәләр» паркы өр яңы биттәрен аса. Бәләбәй уртаһындағы был парк һуңғы йылдарҙа яңырыу осоро кисерә. Хәҙер майҙанды танырлыҡ та түгел. Төҙөкләндереү эштәренән һуң бында уйын, спорт ҡаласыҡтары, интерактив майҙансыҡтар барлыҡҡа килгән. Яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған, һуҡмаҡтар һалынған.

«Йырсы шишмәләр» паркының тап ҡала көнөндә асылыуы ла осраҡлы түгел. Бәләбәй үҙенең саф һыулы инештәре менән дан тота, төбәктә уларҙың һаны йөҙҙән ашыу. Рәсәй көнөнә һәм тарихи юбилейға арналған байрам саралары ла төҙөкләндерелгән заманса паркта уҙа.

Һәр тирмәнең үҙенә генә хас биҙәлеше, йөкмәткеһе. Мәҫәлән, Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштарын сағылдырған экспозициялар әҙерләгән. Белем усағында «Ҡанатлан» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, һуңғы йылдарҙа «Мәргән уҡсы» түңәрәге лә эшләй башлаған. Уҡыусылар ата-бабаларының тарихын, шәжәрәһен дә ҡыҙыҡһынып өйрәнә.

Бәләбәйгә 240 йыл элек сыуаштар нигеҙ һала. Улар Дим башҡорттарының еренә көсләп суҡындыруҙан ҡасып килеп ултыра. Ойоштороусылар бөгөнгө байрам тамашаһында ошо тарихты ла, ҡаланың бөгөнгөһөн дә сағылдырған. Әммә ниндәй генә осор булмаһын, һәр төбәктең төп байлығы-эшһөйәр, уңған халҡы. Бөгөн улар һабантуй сәхнәһенең төп геройҙары.

Байрам быуындар күсәгилешлеген дә сағылдыра. Тантана сиктәрендә уҡыусыларға Рәсәй гражданины документы тапшырылды һәм оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙар тәбрикләнде. Мәҫәлән, Нәйлә һәм Фәрит Камалетдиновтарҙың сәсәтренә сәскә бәйләүенә 60 йыл, улар гәүһәр туйын билдәләй.

Ерле халыҡ әйтеүенсә, төҙөкләндерелгән күркәм паркта шарттар ҙа яҡшы, байрам кәйефе лә күтәренке. Һәр кеше күңеленә ятҡан шөғөл таба ала. Әйткәндәй, «Йырсы шишмәләр» биләмәһе «Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы сиктәрендә ремонтланған.

2019 йылда Бәләбәй ошо проект менән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан. Финанслау төбәк ҡаҙнаһынан да бүленгән, дөйөм эш хаҡы 230 миллион һумға төшкән. Әле ҡалала башҡа йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса проекттар ҙа әҙерләнә.

Рәмзиә Кәримова