Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 48 меңдән ашыу кеше ошондай статусҡа эйә булған. Йыл башы менән сағыштырғанда, үҙмәшғүлдәр һаны 50 процентҡа артҡан. Бындай төркөмгә ҡараған йүнселдәр автомобиль-транспорт, ремонт, матурлыҡ һәм төҙөлөш өлкәләрендә күберәк шөғөлләнә. Үҙмәшғүлдәр эшҡыуарҙарҙан айырмалы 4-6 процент һалым түләй.