Башҡортостан депутаттары дарыу тышлығында хаҡты яҙырға тәҡдим итә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эшсе төркөм ултырышы үтте. Унда дарыуҙар ҡиммәтләнеүгә бәйле халыҡтан килгән ялыуҙар ҡаралды. Фармация баҙарында спекуляцияны туҡтатыу өсөн дарыу тышлығында теүәл хаҡын яҙырға тәҡдим ителде. Эшсе төркөм ағзалары ошоға бәйле Дәүләт Думаһына закон башланғысы менән сығырға килеште.