Ил һәм республика наградаларын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшыра. Уға тиклем баш ҡалала табиптар парады булды. Медицина хеҙмәткәрҙәре Башҡорт дәүләт академия драма театрынан “Торатау” Конгресс-холына тиклем атлап үтте. Аҡ халатлылар хәрәкәтенә бәйле Зәки Вәлиди урамының бер өлөшө көндөҙгө сәғәт бишкә тиклем транспорт өсөн ябылды. Конгресс холл алдындағы майҙанда күсмә медицина модулдәре күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. Бында вакцина яһау буйынса мобиль пункттар ҙа эшләй. Улар халыҡты кискә тиклем ҡабул итә.