Республикала һыу ҡорбандары бар

Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында Граф күлендә 9 йәшлек ҡыҙ һәм 30 йәшлек ир батып үлгән. Улар рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән. Белорет районында Ағиҙел йылғаһында 47 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Ҡотҡарыусылар һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа, иғтибарлы булырға өндәй. Рөхсәт ителмәгән һәм таныш булмаған урында йөҙөү бәләгә килтереүе ихтимал тип иҫкәртә улар.