Владимир Путин һәм Джо Байдендың осрашыуынан һуң һум нығынған

Мәскәү биржаһында Америка доллары һәм евро киреһенсә арзанайған. Женевала үткән ике яҡлы саммит тамамланыу менән доллар 24 тингә осһоҙланған. Президенттарҙың осрашыуы барышында евро 33 тингән арзанайған. Үҙәк банк билдәләгән рәсми курс буйынса бөгөн Америка доллары 72 һум 3 тин, евро 87 һум 35 тин.