Сараны ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, эшлекле йыйын 19 августа башлана һәм 21-енә тиклем дауам итә. Сара барышында яңы завод асыу планлаштырыла. Инвестиция һабантуйында Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән эшҡыуарҙар, инвесторҙар, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ҡатнашыуы көтөлә.