Изге һөнәр эйәләрен Башҡортостан етәкселеге тәбрикләне. Шулай уҡ бөгөн Өфөлә икенсегә табиптар парады ойошторолдо. Тантананы БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.
Баш ҡаланың Зәки Вәлиди урамы буйлап көслө бер тулҡын ағылды. Коронавирусҡа ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта булған белгестәр – табиптар, фельшерҙар һәм шәфҡәт туташтары баш ҡалала ойошторолған байрам парадында ҡатнаша. Тантанала ҡатнашыуға район-ҡалаларҙан тотош делегациялар килә.
Колоннаның иң алғы һыҙығында табиптарға рәхмәт һүҙҙәре балҡый. Һәр кемдең ҡулында дауалау учреждениеларының символикаһы. Республика медицина берләшмәһенең йөҙө – 650 белгес Конгресс-Холлға табан юл яра.
Күләмле байрам сараһына эләгеү – үҙе бер награда. Бөгөн төбәктең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һикһән меңдән ашыу кеше эшләй, парадта ҡатнашыусылар оло йылғаның бер тамсыһы ғына. Ҡыҙыл зоналарҙа айҙар буйы ауырыуҙарҙы дауалаған белгестәрҙе изге маҡсат берләштерә – мәкерле сирҙе юҡ итеү.
Парадтан һуң Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлаусылар тантаналы йыйылышҡа саҡырылды. Фойенан уҡ табиптарҙы классик музыка менән ҡаршы алдылар. Ике стена буйлап – бер йыллыҡ тарих – коронавирусҡа ҡаршы көрәш барышын сағылдырған фотоһүрәттәр ҡуйылған. Бына улар - замандың ысын геройҙары. Үҙ ғүмерҙәрен аямай, упҡынға инеүселәр. Республика башлығы Радий Хәбиров барлыҡ республика халҡы исеменән оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән табиптарға ихтирам һәм рәхмәт белдереп, яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
Радий Хәбиров өс тиҫтәгә яҡын хеҙмәт алдынғыһына юғары дәүләт наградаларын да тапшырҙы. Орден-миҙалдар, абруйлы исемдәр – һәр бүләкләнеүсегә оло хөрмәт күрһәтелде. Уларҙың тынғыһыҙ һәм яуаплы эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡа видеояҙмалар аша ла таныштырҙылар. Әйтәйек, Сибай ҡалаһынан Ҡадир Ғәниев Башҡортостандың атҡаҙанған табибы тип билдәләнде.
Медицина хеҙмәткәре көнө алдынан Башҡортостанда ике йөҙгә яҡын белгес ил һәм республика кимәлендәге наградалар менән бүләкләнде. Уларға Башҡортостан Хөкүмәте, төрлө ведомстволар тарафынан рәхмәт хаттары, почет грамоталары тапшырылды.
Гөлназ Хәйбуллина