Балалар баҡсалары һәм мәктәптәр тулған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һуңғы ун йылда Иглин районында халыҡ һаны 60 меңдән артҡан. Был мәсьәләләр республика Хөкүмәтенең Иглин районы үҫеше мәсьәләләренә арналған күсмә ултырышында тикшерелде. Йыйылышты Премьер-министр Андрей Назаров асты.

Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова ла сығыш яһаны. Муниципалитет етәксеһе электр, газ һәм һыу тәьминәте мәсьәләләренә иғтибар итте. Уның әйтеүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ инфраструктураһы 7 мең кешегә иҫәпләнгән булған, ә бөгөн район үҙәгендә йәшәүселәр иҫәбе 35 мең сиген үткән.

Быға бәйле, яңы физкультура комплекстары, мәҙәниәт йорттары һәм поликлиника төҙөү мәсьәләһе килеп тыуған. Фекер алышыуҙы йомғаҡлап Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров райондың үҫеш мөмкинлектәре булыуын, әммә әлегә уларҙың тулыһынса файҙаланылмауын билдәләне. Бындай күсмә кәңәшмәләр башҡа муниципалитеттарҙа ла үтәсәк.

Гөлдәриә Йосопова