Нәжиб Асанбаевтың «Киң урамдар тар ине» тигән әҫәре сәхнәгә тәүге тапҡыр сәхнәләштерелде. Премьера халыҡ яҙыусыһының тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ҡуйылған.
Совет осорондағы ауыл тормошо һүрәтләнгән спектакль тамашасыларҙы уҙған быуаттың 60-сы, 70-се йылдарына алып ҡайта. Ижади төркөм сәхнә әҫәре төрлө быуын тамашасыларына хуш килер, тип ышана.
Гөлдәриә Йосопова