Ни өсөн вакцинация эшләтергә кәрәк? Сауҙа үҙәктәренә, ресторандарға һәм кинотеатрҙарға инеү нисек ойоштороласаҡ? Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре үткәрелерме? Коронавирусҡа ҡаршы өс төрлө вакцина – улар араһында ниндәй айырма һәм ҡайһыһы яҡшыраҡ?
Вирустың яңы штамдары ниндәй хәүеф уята һәм унан нисек һаҡланырға? Вакцина етерме? Ауырыуҙы кисергән кешеләргә нимә эшләргә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин менән республиканың баш санитар табибы Анна Казак тура эфирҙа яуап бирә.
Махсус брифингты иртәгә иртәнге сәғәт 8-ҙә Башҡортостан юлдаш каналында ҡарарға мөмкин. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин менән Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов та ҡатнаша.
Тағы ла бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрбеҙ, брифингты беҙҙең каналда иртәгә иртәнге сәғәт 8-ҙә ҡарағыҙ. Эфирҙы шулай уҡ bash.news сайтының мультимедиялы плеерында, смартфондар өсөн БСТ мобиль ҡушымтаһында һәм беҙҙең телеканалдың «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә табырға мөмкин.