Республикала 76 пляжға эшләргә рөхсәт бирелгән

Исемлек менән Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтында танышырға була. Өфөлә 10 ҡомлоҡ асылған. Һәр береһендә ҡотҡарыусылар даими һаҡта тора. Быйыл республикала 120 пляж булдырылырға тейеш ине. Әммә бөтәһе лә йыһазландырылмаған һәм талаптар үтәлмәгән. Әле комиссия пляждарҙы тикшерә һәм эшләргә рөхсәт бирә.