Башҡортостан Башлығы юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе

Уға ярашлы 2 июлгә тиклем республикала йәшәүселәргә, шулай уҡ беҙҙә булған сит ил граждандарына  халыҡ күпләп йыйылған урында, шул иҫәптән майҙан, парк һәм аллеяларҙа булыу тыйыла. Тауар һатып алғанда һәм хеҙмәттәр менән ҡулланғанда медицина белешмәһе кәрәк. Был талап 22 июндән театр, спорт залдары, ресторан йәки күңел асыу үҙәктәренә ҡағыла. Ойошма һәм эшҡыуарҙар йәмәғәт транспортында, такси машиналарында дезинфекция  үткәреүҙе көсәйтергә тейеш. Юғары уҡыу йорттары һәм колледжға  документтар дистанцион тәртиптә тапырыла. 18 йәшкә тиклемгеләр һәм медицина белешмәһе булғандар вузға килә ала. Указдың тулы тексы менән Башҡортостан Башлығы сайтында танышырға мөмкин.