Шәйехзада Бабич - опера сәхнәһендә

Әҙибә Тамара Юлдашева ялҡынлы шағир тураһында либретто ижад итте. Әҫәр республикала ойошторолған либретто яҙыусылар конкурсында еңеү яуланы. Операның композиторы - Галина Зиганова. “Шәйехзада Бабич тулыһынса өйрәнелмәгән шәхестәрҙең береһе. Музыкаль жанр аша һүрәтләнгән геройыбыҙ тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы булыр”, - тигән фекерҙә ижадсы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был минуттарҙа “Бабич” операһы һәм конкурста еңгән тағы  бер нисә әҫәр Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында күрһәтелә. Проект республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.