Бөгөн “Терра Башҡортостан” турниры һөҙөмтәләренә һәм башҡорт аттарын Бөтә Союз реестрына индереүгә 30 йыл тулыуға арналған матбуғат конференцияһы үтте. Беҙҙең аттар бөтә донъяла дан ҡаҙана. Улар сыҙамлы һәм етеҙ булыуы менән айырылып тора. Йылҡы малының төҫө буйынса күп мәғлүмәт алырға мөмкин, ти йылҡысы Әкрәм Хөсәйенов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Иң бай башҡорт 3-4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20-30 баш йылҡыға хужа”, - тип яҙған “Башҡорттар” тигән китабында этнограф Сергей Руденко. Республикала йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтә. Быйыл байрам 17 июлгә тура килә. Уны уҙғарыу урыны итеп Баймаҡ районы билдәләнгән.