Рәсәй Хөкүмәте ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн 55 миллиард һумдан ашыу өҫтәмә аҡса бүлә

Ул 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләү өсөн тәғәйенләнә. Был турала Министрҙар кабинеты ултырышында Михаил Мишустин белдерҙе. Федераль ҡаҙнанан төбәктәргә медицина лабораторияларын яңыртыу өсөн 6 миллиард һум бирелә. Был сара йоғошло ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлау мөмкинлеген арттыра, тине Хөкүмәт рәйесе.