“Башҡортостан” милли паркына инеү рөхсәтен онлайн алырға була

Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе үтеү өсөн документ булырға тейеш. Милли паркта халыҡ күпләп Нөгөш күлендә ял итә. Биләмәгә ингән урында тығын булдырмаҫ өсөн рөхсәт ҡағыҙын сайтҡа инеп алырға кәңәш ителә. Бер кешегә түләү хаҡы 150 һумдан билдәләнгән.