Беренсе онлайн әңгәмә Архангел һәим Бөрө райондарынан белгестәр менән булды. Профилле министрлыҡ һәм ведомстолар вәкилдәре инвестиция йәлеп итеү, эшҡыуарҙар менән аралашыу буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, проекттарҙы алып барыу буйынса консультация үткәрҙе. Беҙҙең республикала булдырылған бизнес-шерифтар институты федераль кимәлдә юғары баһаланды һәм башҡа төбәктәргә өлгө булараҡ ҡуйылды.