Республикала һәр икенсе күп фатирлы йортта яңы йылылыҡ иҫәпләгесе ҡуйылған

Бындай ҡулайлама ярҙамында күрһәткестәрҙе ситтән тороп ҡарарға була. Быйыл фатир хужаларына йылылыҡ өсөн артыҡ ҙур түләү килде. Иҫәпләгестәрҙең төҙөк булмау арҡаһында квитанцияларҙа ҙур сумма күрһәтелде. Яңы ҡулайлама булған йорттарҙа мәғлүмәтте дистанцион алып була һәм артыҡ түләүгә бәйле етешһеҙлектәргә кәртә ҡуйыла, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.