Башҡортостанда бөтә реклама ҡоролмалары онлайн картаға индерелә

Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин үткәргән Проект офисы ултырышында тышҡы реклама баҙары мәсьәләһе ҡаралды. Урамдағы баннерҙар менән файҙаланырға теләгән эшҡыуарҙар йәки инвесторҙарға электрон рәүештә рөхсәт алырға була. Бының өсөн Башҡортостандың Инвестиция порталында махсус бүлек булдырылған. Реклама ҡоролмаларын онлайн картала теркәү – реклама баҙарын асыҡ һәм аныҡ итергә мөмкинлек бирә, тип белдерелде ултырышта.