Был турала Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан бүлегенән хәбәр итәләр. Белгестәр әйтеүенсә, бәрәңге хаҡы 10 һумға артҡан. Уның бер килограмы – 57 һум тора. Кишер хаҡы 8 һумға күтәрелгән, йәшелсәнең бер килограмы 77 һум. Колбаса ла ҡиммәтләнгән. Ҡайһы бер тауарҙар киреһенсә арзанайған. Был исемлектә - ҡыяр, помидор һәм тауыҡ йомортҡаһы бар.