Реанимацияға эләккән пациенттарҙың береһе лә ковидтан вакцина яһатмаған. Шулай тип белдерҙе бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов. “Коронавирусҡа бәйле хәл тулыһынса үҙгәрҙе. Хәҙер 25 йәштән 50 йәшкә тиклемгеләр һәм балалар ауырый”, - тине вуз етәксеһе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҺаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ковид госпиталдәрҙә буш урындар ҡалмаған. Республика дауаханаларында өҫтәмә урындар булдырыу ҡарала. Үткән тәүлектә коронавирустан 4 кешенең ғүмере өҙөлгән.