«Иң яҡшы шифахана» һәм «Ләм менән дауалаусы иң яҡшы курорт» Башҡортостанда

"Красноусол" шифаханаһы Мәскәүҙә үткән федераль форумда ошондай исем алды. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙған. Һуңғы йылда курорт обсерватор ролен үтәне. Унда вахта ысулы менән эшләгән 4 мең ярым кеше ваҡытлыса йәшәп торҙо. Әле шифаханала ковид менән сирләүселәр реабилитация үтә. “Яуланған ҡаҙаныштар менән сикләнмәйбеҙ. Бөгөн “Красноусол”да йыл әйләнәһенә эшләгән бассейн төҙөлә, корпустарҙы тоташтырған йылы үткәүелдәр һалына. 2024 йылға тиклем тау саңғыһы ҡомплексын төҙөү ҡарала”, - тип билдәләгән Радий Хәбиров.